84349

Мостай Кәрим. Уҡытыусыма шиғыры. Сифат тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау темаһына дәрес

Конспект урока

Педагогика и дидактика

Маҡсат: уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҫҡаса биографияһы һәм ижады менән танышыу; Уҡытыусыма шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе менән таныштырыу; уҡыусыларҙың сифат тураһындағы белемдәрен нығытыу, телмәрен үҫтереү...

Другие языки

2015-03-18

32.21 KB

17 чел.

“Мостай Кәрим.  “Уҡытыусыма” шиғыры. Сифат тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау” темаһына дәрес

                  

                                                   Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте    

                                              уҡытыусыһы Ғәббәсов Рим                          

                                                   Муллағәли улы.   

 

  

 

Стәрлетамаҡ – 2014

Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение “Средняя общеобразовательная школа №12 с углубленным изучением отдельных предметов” городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан

Урок на тему “Мустай Карим. “Стихотворение “Моему учителю”. Повторение пройденного об имени прилагательном”

       Провел: учитель башкирского языка

                       и литературы

  Габбасов Рим  Муллагалиевич  

Стерлитамак – 2014

7-се класс, “Башҡорт теле” дәреслеге, Өфө, “Китап” – 2012й., З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова, 4-се бит бит.

Тема: “Мостай Кәрим.”Уҡытыусыма” шиғыры. Сифат тураһында үтелгәнде ҡабатлау”.

Маҡсат:

  1.  уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҫҡаса биографияһы һәм ижады менән танышыу;
  2.  “Уҡытыусыма” шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе менән таныштырыу;
  3.  уҡыусыларҙың сифат тураһындағы белемдәрен нығытыу, телмәрен үҫтереү;
  4.  уҡытыусыларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М. Кәрим портреты, китаптар күргәҙмәһе, ҡоштар һүрәте, Мостай Кәримгә арналған презентация, проектор.

                                     Дәрес барышы.

  1.  Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ! Хәйерле иртә.

Уҡытыусы: Дәрескә  әҙерлек  тураһында  шиғырыбыҙҙы уҡып күрһәтәйек  әле:

                                     Ҡыңғырау шылтыраны,

                                     Беҙ әҙербеҙ дәрескә.

                                     Китап, дәфтәрҙәр алдыҡ,

                                     Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Уҡытыусы: Бөгөн нисәһе? Көндөң исемен беләһегеҙме?

Уҡыусы: Бөгөн - 4 сентябрь, кесаҙна.

Уҡытыусы: Һауа торошо нисек?

Уҡыусы: Бөгөн көн аяҙ. Ҡояшлы көн. Тышта йылы, йәй һымаҡ.

    Дәрес темаһын һәм маҡсатын әйтеү.

Уҡытыусы: Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең биографияһы һәм ижады менән ҡыҫҡаса танышырбыҙ. Быйыл шағирҙың тыуыуына 95 йыл туласаҡ. Шағирҙың “Уҡытыусыма” шиғырын уҡырбыҙ. Шулай уҡ сифат тураһында үтелгәнде иҫкә төшөрөрбөҙ.

II. Яңы тема өҫтөндә эш.

  1.  Инеш әңгәмә.
  2.  Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Хәҙер һеҙгә олуғ шағирыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтәсәкмен. Бының өсөн мультимедия проекторынан презентация ҡараясаҡбыҙ.

(Презентация күрһәтәм һәм һөйләйем).

  1.  Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғыры менән танышыу.

Уҡытыусы: Балалар, мин һеҙгә шиғырҙы тасуири уҡып ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ. (Уҡытыусының уҡыуы

а) Һүҙлек эше.

Уҡытыусы: Шиғырҙағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнәбеҙ, шулай уҡ уларҙың тәржемәһе менән танышабыҙ. Минең арттан һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайбыҙ:

һуҡмаҡ – тропинка  биҙәк – узор

наҙлап – ласково  үрелеп асҡан – открыл дотянувшись

дала – степь   серҙәрен асып бирҙең – открыл тайны

б) Уҡыусыларҙың шиғырҙы эстән һәм ҡысҡырып уҡыуы.

Уҡытыусы: Балалар, хәҙер һеҙ Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғырын тасуири уҡып күрһәтегеҙ.

(2-3 уҡыусының ҡысҡырып уҡыуы).

в) Китаптың 5-се битендәге һорауҙарға яуап биреү. Уҡытыусы: Шағир һуҡмаҡты ни өсөн алтын тип атай?

Уҡыусы: Көҙ көнө ағастарҙан һары, ҡыҙыл төҫтәге япраҡтар ҡойола. Шуға күрә һуҡмаҡ алтын төҫөнә инә.

Уҡытыусы: “Алтын һуҡмаҡ”, “тормошом китабы” тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусы: Ҡойолған һары япраҡтарҙан һуҡмаҡ һап-һары төҫкә инә. Һуҡмаҡты алтын тип әйтергә була.

Уҡыусы: Мәктәптә уҡый башлаған көндән яңы тормош башлана.

Уҡыусы: Уны “тормошом китабы” тип атарға мөмкин.

Уҡытыусы: Авторҙың уҡытыусыһына булған ихтирамын ниндәй юлдарҙа күрәһегеҙ? Уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡыусы: “Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә”.

Уҡытыусы:  Композитор Айрат Ҡобағошов ошо шиғырҙың һүҙҙәренә көй яҙған. Хәҙер ошо йырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғәли Хәмзин башҡарыуында тыңлағыҙ.

(Фонограмманы тыңлатыу).

  1.  “Сифат” темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡытыусы: Нимә ул сифат?

Уҡыусы: Предметтың сифатын белдереүсе һүҙҙәр сифат тип атала. Сифат ниндәй? ҡайһы? Һорауҙарынаяуап бирә.

  1.  Дәфтәрҙә эш.

Уҡытыусы: Дәфтәргә бөгөнгө числоны яҙабыҙ. Шунан “Уҡытыусыма” шиғырынан сифаттарҙы табырға кәрәк. Бер уҡыусы таҡтала сифатты эйәртеүсе һүҙе менән, ә ҡалғандар дәфтәрҙә яҙа.

Уҡыусы: Ниндәй? Алтын һуҡмаҡ.

Уҡытыусы: Был  эш төрөн сылбырлап дауам итәбеҙ.

(һүнмәҫлек дәрттәр, ҙур дәрттәр, бәләкәс йөрәк, йондоҙло күктәр, зәңгәр күктәр, тәү бите – һүҙбәйләнештәрен һайлап яҙыу).

Уҡытыусы: Китаптың 5-се битендәге күнегеүҙе эшләйбеҙ. Кем күнегеүҙең биремен уҡып ишеттерә.

Уҡыусы: Һары, йәшел сифаттарын түбәндәгесә үҙгәртегеҙ. Улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Уҡытыусы: Сифаттың дәрәжәләрен иҫкә төшөрәйек. Кем сифат дәрәжәләрен һанай?

Уҡыусы: Төп дәрәжә, сағыштырыу дәрәжәһе, артыҡлыҡ дәрәжәһе, аҙһытыу дәрәжәһе.

Уҡытыусы: Һары сифатын таҡтала Булат дәрәжәләр буйынса үҙгәртә, һеҙ дәфтәрҙә яҙығыҙ.

Уҡытыусы:  Йәшел сифатын таҡтала Алина дәрәжәләр буйынса үҙгәртә.

III. Дәресте йомғаҡлау.

Уҡытыусы: Балалар, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Уҡыусы: Бөгөн дәрестә сифат тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатланыҡ.

Уҡыусы: Сифат тураһында ҡағиҙәне иҫкә төшөрҙөк.

Уҡыусы: Сифаттың дәрәжәләрен ҡабатланыҡ.

Уҡытыусы: Дәрестә кемдең тормош юлы һәм ижады менән таныштыҡ.

Уҡыусы: Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәи ижады менән таныштыҡ.

Уҡыусы: Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғырын тасуири уҡыныҡ, “Уҡытыусыма” йырын тыңланыҡ. Бик оҡшаны.

IY. Баһалау.Өй эше биреү.

Уҡытыусы: Өйҙә Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғырын ятларға.

Уҡытыусы: Дәрес тамам. Һау булығыҙ!


 

А также другие работы, которые могут Вас заинтересовать

58850. Мероприятия направленные на формирование и подготовку кадрового резерва филиала ОАО «Иркутскэнерго» ТЭЦ-6 717 KB
  Исследовать содержание и процедуры процесса формирования кадрового резерва, изучить принципы и технологию работы с ним; Выполнить анализ структуры персонала предприятия; Разработать рекомендации по формированию и подготовки кадрового резерва.
58851. Локальная вычислительная сеть производственного кооператива «Протон» 6.2 MB
  Система должна выдерживать все нагрузки, предоставлять быстрый доступ к информации. Время восстановления системы не должно составлять более одного часа. Каждый день должны создаваться резервные копии информации на сервере. На сервере должен присутствовать ИБП для защиты от скачков электроэнергии, и системы пожаротушения.
58853. Година спілкування на тему: Щастя. Як його досягти? 83.5 KB
  Мета: допомогти учням зрозуміти складну філософську категорію щастя дати можливість упевнитися їм що досягнення щастя залежить від їхніх особистих зусиль виховати людяність працьовитість. Вихователь: Нашу годину спілкування я хотіла б почати віршем Щастя...
58854. Ділення многочленів за схемою Горнера 160.5 KB
  Мета уроку: Освітня: Формування вмінь ділити многочлен на двучлен користуючись схемою Горнера; навчити розвязувати рівняння вищих степенів за допомогою схеми Горнера. Розвиваюча: розвивати алгоритмічне мислення учнів використовуючи синтаксис і правила застосування операторів...
58855. Двійкове кодуваня. Двійкова система числення 92.5 KB
  Оволодіння мовою інформатики та умінням її використовувати для аналізу інформації; формування навичок роботи з додатковою літературою формування у свідомості учнів основних напрямків у розвитку інформатики.
58856. Основні класи неорганічних речовин 52.5 KB
  Мета: закріпити знання про склад оксидів, основ, кислот, солей, фізичні властивості солей, галузі їх застосування; продовжити формувати вміння писати рівняння реакції, розв’язувати задачі; розвивати пам’ять, логічне мислення, уміння нестандартно мислити...
58857. Рухливі ігри та естафети 72.5 KB
  Під час повороту руки притисни до тулуба. Вправи на відновлення дихання звичайна ходьба Кроком руш звичайна з вправами на відновлення дихання Руки через сторони вгору вдих. Опустити руки вниз видих. Перешикування на місці Шикуйсь в одну шеренгу де стояли на початку уроку...
58858. Разработка стратегии ОАО «ИЭСК» по слиянию одноотраслевых компаний в электросетевом комплексе Иркутской области 813 KB
  Оценив потенциальные выгоды от приобретения компании, а также определив стоимость сделки, компания-инициатор сталкивается с проблемой финансирования. Следует сказать, что, по данным Росстата за декабрь 2009 года, 52% организаций (11), входящих в группу «Производство и распределение электроэнергии, газа и воды» в России отмечают отсутствие необходимых денежных средств как фактор, ограничивающий их деловую активность